Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Февраль 2023, 15:15

Сирләүселәр һаны арта

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр

Сирләүселәр һаны арта
Сирләүселәр һаны арта

Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән тәүлектә ковид менән сирләүҙең 201 осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып иһә төбәктә 349 меңдән ашыу кеше коронавирус менән ауырыған. Дауаханала әле ковидтан 165 кеше дауалана. Уларҙың 114-е – йәше 65-те үткәндәр. Өйҙә 1,6 мең кеше дауалана.

Ковидтан да, киҙеүҙән дә сирләмәйек, балаларыбыҙҙы ла был ауырыуҙарҙан һаҡлайыҡ.

Фото: masterprof.net

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: