Сысҡандар таратҡан вирус һөҙөмтәһендә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләү хәүефе бик ҙур. Шуға баҡсала, ерҙә эшләгәндә, иҫке йорттарҙы һүткәндә, дачаны саң-туҙандан таҙартҡанда битлек һәм бирсәткәләр кейеү, ҡулдарҙы яҡшылап йыуыу мотлаҡ. Юғиһә “сысҡан ауырыуын” эләктереүегеҙ бар.
Был сирҙе нисек йоҡторорға мөмкин һуң? Тәүге юл – кимереүселәрҙең биологик бүлендектәрендә булған вирус кешенең тын алыу юлына эләгә лә ҡан менән башҡа ағзаларға тарала. Икенсеһе – көнкүреш юлы, йәғни кимереүселәрҙең бүлендектәре менән бысранған әйберҙәр аша йоға. Ә был сир ваҡытында дауаланмаһа, 80 процент осраҡта үлемгә килтереүе ихтимал, ти белгестәр.
Сир үткән быуаттың 30-сы йылдарында асыҡланған, уның менән башта Алыҫ Көнсығышта ғына йәшәүселәр ауырый тип уйлағандар. Әммә сысҡан биҙгәге менән Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла сирләйҙәр. Йыш ҡына 20 – 40 йәшлек ир-егеттәр был ауырыуҙы эләктерә (бөтә һандың 85 процентын тәшкил итә). Нигеҙҙә, улар баҫыуҙа, урманда йәки ихатала, баҡсала эшләй. Өҫтәүенә көслө зат вәкилдәре табиптарға мөрәжәғәт итергә, дауаланырға ашыҡмай. Ә вирусҡа килгәндә, ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ир-егеттәр өсөн дә бер үк хәүефле.
Тәү ҡарамаҡҡа сысҡан биҙгәге ҡышҡы миҙгел сирҙәрен хәтерләтә, шулай уҡ тән температураһы күтәрелә, өшөттөрә. Тик был сир – ваҡ ҡан тамырҙарын, бөйөр, үпкә һәм башҡа ағзаларҙы зарарлаған йоғошло ауырыу.
Сысҡан биҙгәгенең инкубация осоро – ике-өс аҙна. Тәүге билдәләре, үрҙә әйтеүебеҙсә, һыуыҡ тейҙереүгә бик оҡшаған. Сир баш ауыртыу, мускулдар менән быуындар һыҙлау, ҡалтыраныуҙан, тән температураһы 41 градусҡа тиклем күтәрелеүҙән башлана. Унан тыш, ҡоҫҡо килеү, уҡшытыу, күреү һәләте насарайыуы, аппетит юғалыуы, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Инфекция йоҡторғандан һуң тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем 7 – 48 тәүлек үтеүе мөмкин.
Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ, шуға күрә тәбиғәттә һәм инфекция йоҡтороу хәүефе булған башҡа урындарҙа гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү генә ҡурҡыныс сирҙән һаҡланырға ярҙам итер.
Фото: fikiwiki.com