Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Февраль 2023, 08:00

"Әсәйемдең ҡулы ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы..."

Беҙҙең организмдың торошо нисек туҡланыуға бәйле. Бына әсәйем...

"Әсәйемдең ҡулы ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы..."
"Әсәйемдең ҡулы ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы..."

"Ҡатын-ҡыҙ олоғая башлаһа, организмында үҙгәрештәр тоя. Мәҫәлән, йә тән ойой, йә өшөй, йә ҡыҙыша. Әлбиттә, сәбәбе өлкәнәйеү сәбәпле матдәләр алмашыныуынан йә остеохондроз ауырыуы ла булырға мөмкин. Магний, В группаһы витаминдары (алма, эремсек, бауыр ите, сыр, йомортҡа, кәбеҫтә, баҙам (миндаль) сәтләүегендә В витамины айырыуса күп була) етмәһә, тән ойой. Ҡан ҡуйырып китһә, аҙ ҡанлылыҡ (малокровие) булғанда, гемоглобин төшһә лә, шулай. 

Оло йәштәге кешеләргә күберәк ҡанды шыйығайта торған ризыҡтар ҡулланырға кәрәк. Барыһы ла ашауға бәйле. Көн дауамында һарымһаҡлы ашамлыҡ ҡулланырға, күберәк һыу эсергә кәрәк. Минең әсәй сәйнүктә ҡалған йылы һыуҙы банкаға ағыҙып, бер аҙ балан, 12-13 йөҙөм, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, борсаҡ хәтлем генә сүпрә һала ине. Кистән яһап ҡуя, иртән шуны эсә.

Ҡулдары ойоманы, тәне һыҙламаны, башы ауыртманы. Бер ҙә зарланманы. Ауыртһа, бер әйтмәһә, бер әйткән булыр ине. Беҙгә лә: иренмәгеҙ, яһап эсегеҙ, үҙегеҙ өсөн кәрәк, ти торғайны мәрхүмкәйем.  Ауырымағыҙ!" - тип яҙған бер апай.

Сығанаҡ: https://vk.com/yasmine_gazeta

Фотола: Алексей Обухов, www.fpp-mpsu.ru.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: