Һуңғы ваҡытта Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы заманса яңы медицина ҡорамалдары менән тулылана. Ошо көндәрҙә дауаханала магнит-резонанс томографияһы эшләй башланы. Был хаҡта Сибай ҡала башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенә яҙған.
"Сибай һәм Урал аръяғы пациенттарына юғары технологиялы махсус медицина ярҙамы тағы ла уңайлыраҡ була бара. Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһындағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә МРТ яңы аппараты эшләй башланы.
Был - "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә күптән көтөлгән ваҡиға. Магнит-резонанс томографияһы организмдың ҡатмарлы ауырыуҙарын, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын хәүефһеҙ, ентекле, иртә стадияларҙа асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Пациенттар дауалаусы табип йүнәлтмәһе буйынса заманса томографта бушлай тикшеренеү үтә ала. Аппаратта процедураны үтеү өсөн ҡаршылыҡ - тәндә металл деталдәр, кардиостимуляторҙар, йөклөлөктөң тәүге триместры, ауырыуҙың тән температураһы юғары булыу һәм клаустрофобия.
Йыл һайын Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы матди-техник базаһын яҡшырта һәм халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәрә. Медицина хеҙмәткәрҙәребеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ә уларҙың пациенттарына ныҡлы һаулыҡ теләйем!" - тигән Азамат Юлдашбаев.
Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.