+12 °С
Болотло
Башҡортостанда терапевтарға һәм педиатрҙарға, шул иҫәптән участка педиатрҙарына, дөйөм практика табиптарына яңы компенсация түләүҙәрен раҫланылар. Ҡарарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Һүҙ теркәлгән, страховкаланған пациенттары 25 меңдән ашыу булған һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт ойошмаларында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында бара. Документҡа ярашлы, түләү күләме өс миллион һум тәшкил итәсәк – килешеүгә ҡул ҡуйғандан алып, өс йыл дауамында йыл һайын берешәр миллион һум түләнәсәк.
Фото: bashinform.ru