Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Февраль 2023, 09:30

Республика дауаханаһында… шахмат класы

Был социаль проект “Толпар” шахмат клубы һәм “Берҙәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте”  тарафынан тормошҡа ашырылған

Республика дауаханаһында… шахмат класы
Республика дауаханаһында… шахмат класы

Республика балалар клиник дауаханаһында шахмат класы асылды. Был “Толпар” шахмат клубы һәм “Берҙәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте” тарафынан тормошҡа ашырылған.

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте” партия проектына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова етәкселек итә. Был хәрәкәт күптән дауахана менән хеҙмәттәшлек итә. Ә “Толпар” спорт клубы директоры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге ағзаһы Әмир Даукаев балаларға шахмат кәрәк-яраҡтарын һәм уҡыу әсбаптарын бүләк итте.

“Был проектты Башҡортостандағы Спорт министрлығының 100 йыллыҡ юбилейына арнаныҡ. Республика балалар клиник дауаханаһына дауаланырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар шахмат унарға өйрәнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, белемен камиллаштырасаҡ. Бында “Дуҫлыҡ” балалар турнирҙарын үткәрәсәкбеҙ”, - тине Әмир Даукаев.

Был үҙенсәлекле дәрестәрҙе юғары категориялы педагог, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы Луиза Әхтәмова үткәрә.

Фото: minsport.ru

Республика дауаханаһында… шахмат класы
Республика дауаханаһында… шахмат класы
Республика дауаханаһында… шахмат класы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: