Элек-электән халҡыбыҙҙа шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған кешеләр һәм кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имселәренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.
Шундай имсе инәйҙәрҙең береһе Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәй. Көнһылыу Байрамғолова оҙаҡ йылдар ауылда һәм Беренсе Этҡол медпункттарында фельдшер булып эшләй. Өләсәһе Ғәйшә инәй ҙә, әсәһе Мөслимә лә им-том менән шөғөлләнә, ярҙам һорап килеүселәргә бар яҡлап ярҙам итә. Бала сағынан быны күреп үҫкән Көнһылыу Зәйнулла ҡыҙы үҙе лә һиҙмәҫтән кешеләрҙе дауалауға тотона. Эшләгән ваҡытында ул балалар ҡарай һәм уларҙы күп осраҡта ҡулының име, үҙенең тыны менән өшкөрөп йүнәлтеп тә ҡуя.
– Миңә Баймаҡ, Әбйәлил, Сибай тарафтарынан ғына түгел, хатта башҡа райондарҙан да мөрәжәғәт итәләр. Күберәк балаға уҙа алмағандар, бәпәйҙәре булмаған ҡатын-ҡыҙҙар. Күп тә үтмәй, ҡыуаныстарын уртаҡлашырға тағы ла киләләр. “Рәхмәт, инәй, балаға уҙғанмын”, тигән һүҙҙәре – минең өсөн иң ҙур баһа. Хәҙер минең балаларымды һанап та бөтөрлөк түгел, – тип йылмая инәй.
Әлбиттә, халыҡ дауалаусыларына ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ ихтыярында. Күптәр тап уларға килеп, имселәрҙең тылсымлы дауаһының үҙендә, туғандарында килешкәнен тойоп, үҙ күҙҙәре менән күргәндәр уларға ысын күңелдән рәхмәтле.
Көнһылыу Байрамғолова шулай уҡ тел-теш ҡырҡа, ҡот ҡоя.
- Кәримә УСМАНОВА