Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Февраль 2023, 19:00

Әсәй булырға бушлай ярҙам итәләр

ЭКО эшләтеү өсөн никахҡа инеү мотлаҡ түгел, уға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала. Тик уларға...

Әсәй булырға бушлай ярҙам итәләр
Әсәй булырға бушлай ярҙам итәләр

Былтыр Башҡортостанда 1мең 814 ҡатын экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) процедураһын Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә бушлай эшләтә алды. Мотлаҡ страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был маҡсатта барлығы 231,84  миллион һум аҡса бүленгән.

Бөгөн ЭКО – ярҙамсыл репродуктив технологиялар булышлығында ғаиләләргә һәм яңғыҙ ҡатындарға түлһеҙлек проблемаһын хәл итеү юлы. 2013 йылдан ул Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә бушлай үткәрелә. 10 йыл эсендә Рәсәйҙә Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә 615,9  мең ЭКО процедураһы атҡарылған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлек менән йонсой. Төп сәбәптәрҙең береһе – әсәйлекте һуңға ҡалдырыу.

Әйткәндәй, ЭКО эшләтеү өсөн никахҡа инеү мотлаҡ түгел. ЭКО-ға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала, тик уларға донор спермаһы хаҡын түләргә тура киләсәк.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: