Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Февраль 2023, 16:00

Диспансерлаштырыу үтер өсөн көн бирелә һәм түләнә

Ә көндәр һаны йәшкә ҡарай. Был хоҡуҡтарығыҙ тураһында беләһегеҙме?

Диспансерлаштырыу үтер өсөн көн бирелә һәм түләнә
Диспансерлаштырыу үтер өсөн көн бирелә һәм түләнә

Диспансерлаштырыу үтеү – ул һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү, тигән һүҙ. Шуға уны инҡар итмәгеҙ һәм шул уҡ ваҡытта был юҫыҡта ниндәй хоҡуҡтарығыҙ барлығы хаҡында белегеҙ.

Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәр диспансерлаштырыу үткәндә:

*был көндәр өсөн түләнә;

*эш урыны (вазифа) һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана.

Ә бына был сара ваҡытында күпме көн бирелеүе хеҙмәткәрҙең йәшенә бәйле. Мәҫәлән, 39 йәшкә тиклем – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән пенсия алды йәшенә тиклем – йыл һайын бер көн, пенсия алды һәм эшләгән пенсионерҙарға – йыл һайын ике көн.

Диспансерлаштырыу ваҡытында эштән азат итһендәр өсөн ғариза яҙырға һәм етәксе менән кәрәкле көн тураһында алдан килешергә кәрәк. Ә аҙаҡ, был саранан һуң, эш биреүсегә медицина ойошмаһынан, әгәр был локаль норматив актта ҡаралһа, диспансерлаштырыуҙы раҫлаған белешмә тапшырырға кәрәк.

Үрҙә әйтелгән талаптар үтәлмәһә, Хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: mdp2.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: