Өфөлә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләүселәрҙең артыуы хәүеф тыуҙыра. Был хаҡта февраль башында Өфө ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр ителгән.
“Былтырғы йыл ауыр булғайны. Быйыл ғинуарҙа ла сирләүселәр артты. Былтыр Өфөлә 1358 осраҡ теркәлде. Был, уртаса күп йыллыҡ кимәл менән сағыштырғанда, 4,7 тапҡырға юғары. Өфөлә бишенсе аҙнала – 14 осраҡ. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, сир йоҡторған сысҡандар быйыл ярайһы ғына ҡалын булған ҡар аҫтында ла үҙен яҡшы тоя”, - тип белдерҙе “Роспотребназор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы урынбаҫары Галина Пермина.
Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал. Бөйөрҙөң эшмәкәрлеге боҙола.
Сирҙең тәүге билдәләре асыҡланыу менән кисекмәҫтән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табиптар дөйөм һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡыра.
Фото: chapaevskiy-rabochiy.ru