Дүртенсе йыл Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, йыл һайын “Һөт кухняһы”нан файҙаланыусылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 1 ғинуарҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың, Рәсәй Президентының “Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизацияны иғлан итеү тураһында”ғы Указына ярашлы, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың, махсус хәрби операция барышында һәләк булған граждандарҙың ғаилә ағзаларын туҡланыу менән тәьмин итеү тәртибе индерелде.
Бушлай туҡланыуға ғаризаны өс юл – “Һөт кухняһы”ның яҡындағы таратыу пунктында, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.
Фото: parents.ru