Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2023, 16:45

Коронавирус йәнә ҡотора

Үҫеш алдағы ете көнгә ҡарағанда 63 процентҡа күберәк

Коронавирус йәнә ҡотора
Коронавирус йәнә ҡотора

Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы теркәлгән. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итте. Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, бер аҙнала яңы инфекция йоҡтороуҙың 1554 осрағы раҫланған. Был алдағы ете көнгә ҡарағанда 63 процентҡа күберәк. Шулай уҡ төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Бер аҙна эсендәге күрһәткестәр 17,6 процентҡа артҡан.

– Участка терапевтарына яҙылыуға ихтыяждың артыуын теркәйбеҙ. Шуға бәйле табиптар теҙмәһенә төҙәтмәләр индерҙек, уларға йөкләмәне арттырҙыҡ, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: 9111.ru

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас