Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2023, 17:30

"Миһырбанлыҡ" ирекмәндәре халыҡҡа ярҙам күрһәтә

“Сәләмәтлек көнө”ндә Сибай медицина колледжының “Миһырбанлыҡ” ирекмәндәр отряды ла әүҙем ҡатнашты

"Миһырбанлыҡ" ирекмәндәре халыҡҡа ярҙам күрһәтә
"Миһырбанлыҡ" ирекмәндәре халыҡҡа ярҙам күрһәтә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, шәмбе көнө Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Сәләмәтлек көнө" үтте. Сарала Сибай медицина колледжының “Миһырбанлыҡ” ирекмәндәр отряды ла әүҙем ҡатнашты. Уҡыу йортоноң тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Миләүшә Баязитова етәкселегендәге ирекмәндәр отряды лекциялар, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Мәҫәлән, беренсе курста белем алған Розалия Ҡотлоғолова Баймаҡ ҡалаһынан. Буласаҡ фельдшер аҡ халатлылар династияһын лайыҡлы дауам итергә хыяллана.

- Атайым менән әсәйем - икеһе лә Баймаҡ район үҙәк дауаханаһында эшләй, өләсәйем дә табип. Мин был һөнәргә бәләкәйҙән ғашиҡ һәм аңлы рәүештә һайланым. Киләсәктә атай-әсәйемдең юлын лайыҡлы дауам итергә, кешеләрҙе дауаларға, уларҙың сәләмәтлеге һағында торорға теләйем. Шуға күрә ирекмәндәр отрядына уҡыуҙың тәүге көндәрендә үк яҙылдым һәм ярҙамға мохтаж булыусыларға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен, - ти Розалия.

Уның һүҙҙәренә шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһынан бергә уҡыған төркөмдәштәре Кирилл Шаранов менән Фәнил Иҙелбаев та ҡушыла.

Шулай уҡ Сибай ҡалаһының медицина колледжы студенттары, уҡытыусылары менән берлектә “Һөнәри йүнәлеш биреү” дәресе үтте.

“Миһырбанлыҡ” ирекмәндәре төрлө осраҡта тәүге ярҙам күрһәтеү юлдарын өйрәтте, эскелек, наркомания, тәмәкенең кеше һаулығы өсөн ни тиклем зыяны тураһында лекциялар менән сығыш яһаны, уҡыусылар өсөн квест-уйындар тәҡдим итте.

Буласаҡ аҡ халатлылар студент ваҡыттарынан үк халыҡты сәләмәт йәшәүгә саҡырыуы, тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре биреүе - үҙе үк шәфҡәтлелек һәм мибырбанлыҡ аҙымы, изге эштәр ғәмәле булып тора.

Автор фотолары.

"Миһырбанлыҡ" ирекмәндәре халыҡҡа ярҙам күрһәтә
"Миһырбанлыҡ" ирекмәндәре халыҡҡа ярҙам күрһәтә
"Миһырбанлыҡ" ирекмәндәре халыҡҡа ярҙам күрһәтә
Автор: Карима Усманова
Читайте нас