Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2023, 16:15

Пациенттар өсөн уңайлы буласаҡ

Юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән һәр кем файҙалана ала

Пациенттар өсөн уңайлы буласаҡ
Пациенттар өсөн уңайлы буласаҡ

2019-2022 йылдарҙа Башҡортостандың медицина ойошмаларына республиканың ҡан тамырҙары үҙәктәрен, онкология бүлексәләрен һәм беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы учреждениеларын йыһазландырыу өсөн 141 берәмек “ауыр” техника алынған. Эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса башҡарылған.  Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Юғары технологик медицина ҡорамалдары төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хәл һәм проект ҡарарҙар үҙәгендә күҙәтелә. Бының өсөн 2022 йылда Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһының “Медицина ойошмаһы паспорты” бүлегенә “Документтар менән тәьмин ителеш мониторингы” тигән яңы бүлек индерелгән.

– Медицина ҡорамалдарының эше буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр йәки параметрҙар үҙгәргән осраҡта мәғлүмәт учреждениелар тарафынан реаль ваҡыт режимында яңыртыла. Республика мәғлүмәт-аналитика системаһына индерелгән мәғлүмәт ситуация үҙәгендә аналитик мәғлүмәттәр рәүешендә күрһәтелә. Һәр бүлектең эсендәге ҡорамалдарҙы фильтрларға мөмкин. Уның ниндәй проект буйынса килеүен аңлай алабыҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡҡа дауалау-диагностика ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу һәм медицина ҡорамалдарының буш тороуына юл ҡуймау, пациенттарҙы маршрутизациялау буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн файҙалана, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы медицина ойошмаларына 900-ҙән ашыу берәмек диагностик медицина ҡорамалы, шул иҫәптән ангиографик ҡулайлама, компьютер томографтары, линиялы тиҙләткестәр, магнит-резонанслы томография, рентген ҡорамалы, флюорографтар һәм маммографтар беркетелгән.

Фото: zab.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: