Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2023, 11:00

Ябай ғына йәшелсә тимәгеҙ...

Был йәшелсәләге С витамины иһә тән тиреһен шымарта, ҡанды таҙарта. Тағы...

Ябай ғына йәшелсә тимәгеҙ...
Ябай ғына йәшелсә тимәгеҙ...

Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң шифаһы бик ҙур. Был йәшелсә  фолий, бор, марганец, магний, тимер, калий, органик кислоталарға бай. Ундағы С һәм В6 витаминдары күп сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймай.

Сөгөлдөр ашарға яратыусыларҙың ҡанында тимер күләме күтәрелә. Күрем циклы боҙолғанда ла уны ашау рационына индереү  кәңәш ителә. Был йәшелсәләге С витамины иһә тән тиреһен шымарта, ҡанды таҙарта. Тағы сөгөлдөр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын көйләй, эс ҡатыуға юл ҡуймай. Был йәшелсә пектиндар организмда йыйылған токсиндарҙы, ауыр металдарҙы, холестеринды сығарыуға булышлыҡ итә.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: