Башҡортостандағы һәр бишенсе бала тиерлек һимеҙлектән йонсой. Бәләкәстәрҙең артыҡ тән ауырлығы, нигеҙҙә, уларҙың дөрөҫ туҡланмауына һәм физик йәһәттән әүҙем булмауына бәйле. Балалар эндокринологы Олег Малиевскийҙың белдереүенсә, был – үҙенә күрә эпидемия, һәм ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла.
“30 йылдан ашыу һимеҙлектән йонсоған пациенттар менән эшләйем. 10 йыл элек, физик күнекмәләрҙең мотлаҡ кәрәк икәнлеге тураһында һөйләй башлағас, ата-әсәләр: “Балам XI класта белем ала, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә, репетиторҙар менән шөғөлләнә. Ваҡыт юҡ!” – тине. Өс-дүрт йыл элек IX класс уҡыусыларының ата-әсәһе лә: “Төп дәүләт имтиханына әҙерләнәбеҙ. Был берҙәм дәүләт имтиханынан да хәтәрерәк”, – тип белдерҙе. Хәҙер иһә репетиторҙарҙы 1-се кластан “яллайҙар”. Был балаларҙың физик йәһәттән әүҙемлегенә кире йоғонто яһай”, – тигән фекерҙә медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь педиатрияһы кафедраһы профессоры.
“Эпидемия критерийы – ниндәй ҙә булһа сирҙең биш проценттан ашыуға артыуы. Балаларҙың һимереүенә килгәндә, былтыр республикала үткәрелгән тикшереүҙәр башланғыс кластарҙа ошондай балаларҙың һигеҙ процент булыуын асыҡлаған. Тағы 12 процент балаларҙың тән ауырлығы норманан күберәк. Өлкәндәргә килгәндә, хәл тағы ҡурҡынысыраҡ: төрлө йәштәгеләрҙең 30 – 50 проценты һимеҙлектән йонсой”, – ти Олег Артурович.
Һимеҙлеккә нимәләр сәбәпсе?
l Балалар өс-алты сәғәт ваҡытын гаджет менән үткәрә, ә физик әүҙемлек өсөн бер сәғәт табырға кәрәк.
l Кемдеңдер матдәләр алмашыныуынан йонсоуы ихтимал, был осраҡта физик кенә түгел, интенсив йөкләмәләр булғанда ғына организмдағы май юҡҡа сыға.
l Ас килеш интенсив физик күнекмәләр эшләргә ярамай.
l Күнекмәләр ваҡытында углеводтар юҡҡа сыға, ә май физик күнекмәләрҙән һуң ғына “китә”, шуға физик күнекмәләрҙән һуң туҡланыу рационынан углеводтарҙы алыу зарур.
l Физик күнекмәләрҙән һуң аҡһымға бай аҙыҡ-түлекте ашарға мөмкин.
l Ашыҡмай ашау (яҡынса 20 – 30 минут) яҡшы.
l Дарыу препараттары менән дауаланыуға ҡарағанда, дөрөҫ туҡланыу һәм физик күнекмәләр эшләү күпкә файҙалыраҡ.
l Ғаиләлә атай менән әсәйҙең икеһе лә һимеҙлектән йонсоһа, баланың да ошондай уҡ хәлгә тарыу ихтималлығы 80-90 процент тәшкил итә. Быға туҡланыу рәүешенең быуындан быуынға күсеүенә бәйле булыуы ла ихтимал.
l Диетаны физик күнегеүҙәр алдынан ғына боҙорға була.
l Артыҡ тән ауырлығы проблемаһын тотош ғаиләнең туҡланыу рационын үҙгәртеүе һәм спорт менән шөғөлләнеүе һөҙөмтәһендә генә хәл итергә мөмкин.
Айһылыу НИЗАМОВА