Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов менән берлектә район дауаханаһының ике табибына яңы йорт асҡыстарын тапшырҙы. Офтальмолог Юлиә Абдрахманова менән уролог Рәил Ҡалмырҙин өй хужалары булды.
Йорттар “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһының “Башҡортостан Республикаһының ауыл халҡы һатып алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү шарттарын булдырыу” ярҙамсы программаһы буйынса төҙөлгән. Ике өй ҙә тулыһынса төҙөкләндерелгән һәм газ үткәрелгән. Ике торлаҡ йортто төҙөү өсөн файҙаланылған субсидия күләме – 7,5 миллион һум. Аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттан йәлеп ителгән.
– Дәүләт программаһы һөҙөмтәһендә ауыл белгестәрен торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ. Бөгөн табиптарыбыҙ тормошонда яңы үҙгәрештәр – яңы торлаҡ, яңы пландар. Ысын йөрәктән именлек, бәхет теләйбеҙ, – тине Вилдан Ситдиҡов.
Әйткәндәй, республикала медицина хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ ҡына түгел, эш шарттарын яҡшыртыуға ла етди иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2022 йылда республика райондарында һигеҙ капиталь һәм 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары поликлиникалар төҙөгән төбәк программаһы буйынса эшләнә. Был – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау”ы. Уны тормошҡа ашырыуға аҡса федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.
Башҡортостандағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары заманса, уңайлы, уларҙа пациентҡа беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар. Ҡатмарлыраҡ хәлдәр өсөн алдынғы медицина ойошмалары менән арауыҡта кәңәш биреү мөмкинлектәре булдырылған. Мәҫәлән, ошондай эш Республика кардиология үҙәге менән яйға һалынған. Уның табиптары урындағы фельдшерҙарҙан алынған ЭКГ һөҙөмтәләре нигеҙендә һығымталар бирергә әҙер.
Әйткәндәй, 2023 йылдың 1 ғинуарынан беренсел звено һәм “Ашығыс ярҙам” табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә түләнә. Йәш белгестәрҙең ауыл медицинаһына килеүенә беҙҙең “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары, шулай уҡ ауыл медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тар белгестәр өсөн программалар булышлыҡ итә.
Айһылыу НИЗАМОВА