СПИД күп осраҡта наркомандар сире тип һаналһа ла, бөгөн уны төрлө кешенең йоҡтороуы мөмкин. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҡурҡыныс сиргә тарыуын ауырға ҡалғас ҡына белә. Шулай итеп, тыуған бәпестәрҙең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡала.
Табиптар фекеренсә, СПИД-тың таралыуы әхлаҡи сәбәптәргә бәйле. Күбеһенсә аҙғын енси тормош алып барыуҙан, инъекция өсөн стерилләнмәгән ҡорамалдарҙы файҙаланыуҙан, ғөмүмән, шәхси санитария талаптарын инҡар итеүҙән килә.
Иң башта сирҙе “СПИД” (барлыҡҡа килгән иммунодефицит синдромы) тип атайҙар, артабан ул “ВИЧ-инфекция”ға (кешенең иммунодефицит вирусы) үҙгәртелә, ә “СПИД” тип һуңғы стадияһында ғына әйтәләр. Был ҡурҡыныс ауырыуҙы ике төрлө вирус барлыҡҡа килтерә — беренсе һәм икенсе типтағы иммунодефицит вирусы. Организмға инеп, улар иммунитетты һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе үлтерә, иммун системаһын тулыһынса хәлһеҙләндерә.
Белгестәр әйтеүенсә, көнкүрештә, ҡул биреп иҫәнләшкәндә, ҡосаҡлашҡанда сир йоҡмай. Шулай ҙа һәр осраҡта төрлө ауырыуҙарға тарымаҫ өсөн ябай шәхси гигиена талаптарын үтәгеҙ, һаулығығыҙға һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлар, тип тиккә әйтмәгәндәрҙер.
Фото: smartik.ru