14 февралдә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2022 йылда һаулыҡ һаҡлау ойошмалары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса күсмә коллегия кәңәшмәһе булды. Сара барышында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тармаҡ эшенә һығымталар яһаны, һәм 2023 йылға төп маҡсаттар билдәләнде. Коллегия кәңәшмәһендә шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк органы етәксеһе Динара Гашимова, Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев, медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәге директоры Роза Яхина, баш табиптар һәм медицина ойошмалары ҡатнашты, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сара өлкә алдынғыларын бүләкләү менән башланды. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хирургы Раян Мөхәмәҙиев, Краснокама үҙәк район дауаханаһы хирургы Эльвера Нурхәкимова – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы”, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Лидия Ғарифуллина, Яңауыл үҙәк район дауаханаһы табибы Илзирә Вәзиғәтова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
– Үткән йыл демография йәһәтенән ыңғай күрһәткестәр булды, дөйөм һәм балалар үлеме күрһәткестәре һиҙелерлек кәмене. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 8 миллиард һум тиерлек сумма алдыҡ. Аҡса беренсел звеноны заманлаштырыуға, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелде. Был суммаға ФАП-тар төҙөнөк, медицина ойошмаларын ремонтланыҡ, ҡорамалдар һатып, медицина автомобилдәре алдыҡ. Халыҡ юғары технологиялы медицина ярҙамынан файҙалана ала, - тине Айрат Рәзиф улы.
- Һеҙ иң ҡиммәтле әйбер – һаулыҡ – һағында тораһығыҙ. Быйылғы йылда ла алда - ҙур маҡсаттар. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса маҡсаттарға өлгәшергә, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса барлыҡ программаларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә кәрәк, - тине Максим Забелин.
Быйыл да медицина ойошмалары төбәк проекттарында һәм һаулыҡ һаҡлау, матди-техник базаны нығытыу, үлем күрһәткесен кәметеү, медицина ярҙамын һәр кем файҙалана алырлыҡ, сифатлы итеүҙә ҡатнашыуын дауам итә, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.