Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Февраль 2023, 17:15

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте яңыртыла

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан психиатрия дауаханаларында ике махсуслаштырылған бүлексә эшләй.

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте яңыртыла
Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте яңыртыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ашығыс медицина ярҙамын ойоштороу буйынса кәңәшмәгә бәйле түбәндәге фекерҙәре менән бүлешкән.

“Ашығыс медицина ярҙамын ойоштороу буйынса кәңәшмә үткәрҙем һәм унда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен яңыртыу проекты тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа ил Президенты Владимир Путин ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен үҫтереү буйынса йөкләмәләр бирҙе. Беҙ ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен камиллаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ, һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәрен үҙәкләштереү тамамланды: ул медицина округтары базаһындағы туғыҙ муниципаль-ара бүлексәнән тора. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан психиатрия дауаханаларында ике махсуслаштырылған бүлексә эшләй.

Ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы һәм ашығыс ярҙам табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә түләнә.

Әлбиттә, тиҙ ярҙам водителдәренең  эшенең күплеген иҫәпкә алып, уларға эш хаҡын арттырырға, социаль ярҙам сараһы булараҡ өҫтәмә индерергә тәҡдим ителде; был мәсьәләне ҡараясаҡбыҙ. Ашығыс медицина ярҙамы бригадалары өсөн икенән алып һигеҙгә тиклем модулле бина төҙөргә кәрәк. Был мәсьәләне быйыл уҡ хәл итә башлау өсөн тәү сираттағы ихтыяждарҙы билдәләйәсәкбеҙ”, - тип яҙған Премьер-министр.

Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: