Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2023, 13:05

Ҡатын-ҡыҙ үҙен хәстәрләргә тейеш

amenu.ru
Фото:amenu.ru

Сәләмәтлектән дә ҡәҙерлерәк байлыҡ юҡ. Ул булмаһа, донъяның йәме лә юҡ, шуға күрә һәр кем һаулығына һаҡсыл ҡараш булдырырға тейеш. Бөгөн иһә гүзәл зат вәкилдәренең сәләмәтлеге тураһында яҙмаҡсыбыҙ.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар түбән­дәге шарттарға даими иғтибар итергә тейеш.

  1. Гормональ үҙгәреш, бауыр, эндокрин системаһы, йәрәхәттәр, стреслы хәлдәр­ҙең күп булыуы, беренсе баланың 30 йәштән һуң тыуыуы йәки баланың юҡлығы.
  2. Ҡатын-ҡыҙ яғынан нәҫелдең ҙур йоғонто яһауы тураһында оноторға ярамай. Олоғайған һайын яман шеш сирҙәре хәүефе лә арта, сөнки 40 – 60 йәштәрҙә, менопауза осоронда, эндокрин система­һының тотороҡлолоғо кәмей. Тик хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түштәге яман шеш йәш ҡатындарҙа ла табыла.
  3. Ҡояш нурҙарында йыш йө­рөү, аборттар, майлы аҙыҡ-тү­лек, холестерин, шәкәр кимәле.

Һөт биҙе яман шеше тәүге стадияларҙа үҙе тураһында һиҙҙермәҫкә мөмкин. Шеш үҫкән һайын һөт биҙендә тө­йөндәр барлыҡҡа килә, түш формаһы үҙгәрә, ҡыҙара.

Һөт биҙе яман шешенә юл ҡуймаҫ өсөн түбәндәге иҫкәр­теү сараларын күрергә кәрәк:

1) 20 – 40 йәштәрҙә йылына бер тапҡыр гинеколог кабинетында тикшерелергә;

2) 40 йәшкә тиклем йылына бер тапҡыр һөт биҙенә ультра­тауыш тикшереүе үткәреү зарур;

3) 35 йәштән һөт биҙен рентген тикшереүен (маммография) башларға, ул 40–50 йәштә – ике йылға бер тапҡыр, 50 – 75-тә йыл һайын үткәрелә.

Һөт биҙе сирҙәрен иҫкәр­теүҙә түбәндәгеләр мөһим:

  1. Өшөмәҫкә, ҡышын һәм яҙын А, В1, В2, С, Е витаминдары һәм йод, селен микроэлементтары булған препараттар эсергә.
  2. Репродуктив система, бауыр, ҡалҡан биҙе сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеү.
  3. Стрестарҙы булдырмаҫҡа.
  4. Сынығыу.
  5. Юғары калориялы аҙыҡ-түлек урынына күберәк йәшел­сә, еләк-емеш ашарға.
  6. Телевизор, компьютер һәм телефонды аҙнаһына 20 сәғәттән артыҡ ҡабыҙмаҫҡа.
  7. Зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡо­то­лорға.

Сәләмәт булыуҙың иң ҙур бәхет икәнлеге тураһында онотмағыҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: