Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2023, 14:00

Бик ҡурҡыныс сир таралған

Унан туғыҙ кеше үлгән, 16 кешелә ошо ауырыуға шик бар

Бик ҡурҡыныс сир таралған
Бик ҡурҡыныс сир таралған

Рәсәй “Роспотребнадзор”ы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау йәмғиәтенә һылтанма яһап, донъялағы иң ҡурҡыныс тип һаналған марбург вирусының таралыуы тураһында иҫкәртә.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Экваториаль Гвинеяла был сирҙән туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 16 кешелә ошо ауырыу бар тигән шик бар.

Ошоноң менән бәйле, ведомство санитар-карантин контролде көсәйтте. Шуға сәйәхәт өсөн эпидемиологик йәһәттән имен илдәрҙе һайлағыҙ.

 Вирус менән бәйле хәлде “Роспотребнадзор” контролдә тота.

Фото: ug.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: