Йыл башынан Башҡортостанда ковидты асыҡлау өсөн 280 меңдән ашыу тест эшләнгән. Әлеге ваҡытта уның бер нисә төрө бар.
1 – 31 ғинуарҙа республикала 51126 ПЦР-тест эшләнгән.
“Бөгөн ПЦР-тест – коронавирус инфекцияһын асыҡлауҙың ышаныслы ысулы. Ауырыуҙың билдәләре күренмәһә лә, аныҡлыҡ 99 процент тәшкил итә. Ысул генетика-молекуляр диагностикалауға бәйле. Ул иһә организмда вирустың барлығын йәки юҡлығын күрһәтә. Был хәлде ковид билдәләре күренгәнгә йәки антиматдәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем асыҡларға булышлыҡ итә”, – тип белдерҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло сирҙәр буйынса штаттан тыш баш белгесе Лиана Шәйхуллина.
Экспресс-тест – ковидты иммунохроматографик анализ ысулы (ИХА) менән диагностикалау алымы, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Былтыр республикала барлығы ковидҡа 1 572 604 ПЦР-тест һәм 2 384 345 ИХА эшләнгән.
Айһылыу НИЗАМОВА