Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль 2023, 16:10

Республикалағы тәүге хоспис ҡасан үҙ ишектәрен асыр?

Өфө хосписы 2023 йылдың йәйендә эшләй башлай. Был хаҡта түбәндәге яҙмала...

Республикалағы тәүге хоспис ҡасан  үҙ ишектәрен асыр?Республикалағы тәүге хоспис ҡасан  үҙ ишектәрен асыр?
Республикалағы тәүге хоспис ҡасан үҙ ишектәрен асыр?

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 17 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров дауалап булмаҫлыҡ сирле өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлә башлаған республика хосписы биналары комплексында булды. Тиҙҙән унда эске биҙәкләү эштәре тамамланасаҡ һәм эргә-тирәһен төҙөкләндерә башлаясаҡтар.

Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны - 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе - балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Учреждение биләмәһендә йәйәү йөрөү өсөн зона һәм балалар өсөн адаптив майҙансыҡ йыһазландырыла.

Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты генераль директоры Марат Вәсимов белдереүенсә, майҙансыҡта асфальттың финал ҡатламын түшәргә һәм инеү урынын йомшаҡ япма менән эшләргә ҡалған. Көндәр йылынғас, йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ һәм биләмә төҙөкләндереләсәк.

Бина эсендә төҙөүселәр ишектәр ҡуйып, тарттырылған түшәмдәрҙе монтажлап, һуңғы биҙәү эштәрен алып бара. Март айында иҙән һалыуға тотонорға ниәтләйҙәр. Газ ҡаҙанлығы, дизель электр станцияһы, инженер йылытыу, электр һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре файҙаланыуға әҙер. Объектта бөтәһе 118 эшсе эшләй. Хоспис өсөн медицина ҡорамалдарының бер өлөшө һатып алынған.

Башҡортостан Башлығы яңы объекттың бүлмәләрен ҡарап сыҡты, эш кәңәшмәһен үткәрҙе һәм хоспис һалыуҙа ярҙам күрһәткән төҙөүселәргә, меценаттарға рәхмәт әйтте.

Республика бындай учреждениеға бик мохтаж, тип билдәләне Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы хоспис төҙөүгә үҙҙәре иғәнә йыя. Бынан тыш, хәйриә ярҙамы сифатында бер нисә төҙөлөш-монтаж эшен Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары башҡарған.

Төбәк етәксеһе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хосписта БДМУ һәм медицина колледждары студенттары өсөн практиктар ойоштороуҙы, шулай уҡ табиптарҙың - паллиатив медицина белгестәренең квалификацияһын күтәреүҙе күҙ уңында тоторға ҡушты.

- Объект төҙөлөш эштәренең юғары кимәлдәге әҙерлек һыҙығында. 2023 йылдың йәйендә ул пациенттарҙы ҡабул итә башлар тип уйлайбыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Был беҙҙең республикала беренсе хоспис, ә бындай күләмле вариантта - Рәсәйҙә тап хоспис өсөн проекттың тәүгеһе. Шуныһы мөһим: бында күсмә паллиатив ярҙам үҙәге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө медицина колледжы кафедраларының филиалдарын ойошторорға теләйбеҙ.

Фото: Республика Башлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас