Көнөнә бер алма ашау тәндең С витаминына булған ихтыяжының дүрттән бер өлөшөн бөтөрөргә һәләтле. С витамины иһә тирелә йыйырсыҡ барлыҡҡа килтереүҙән һәм иртә ҡартайыуҙан һаҡлай.
Алмала организм өсөн бик кәрәкле В2 витамины ла бар. Ошо файҙалы матдәгә ихтыяж булмаһа, бит таҙа булыр, баш ҡауаҡламаҫ, ирендәр ярылмаҫ. Алмалағы В1 витамины иһә арыуҙы, күңел төшөнкөлөгөн еңергә, йоҡоһоҙлоҡҡа ҡаршы көрәшергә булышлыҡ итә. Был емештең ялҡынһыныуға һәм микробтарға ҡаршы үҙенсәлеге бар. Улар иһә ҡан тамырҙарын нығыта, холестеринды кәметә һәм тимер миҡдарын күтәрә, ҡан баҫымын яйлай, аш һеңдереүҙе, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, тәнде ағыулы, ауыр металдарҙан таҙарта.
Алманың күреү һәләтен, тирене, сәс һәм тырнаҡтарҙы нығытыуын, шулай уҡ нервы ауырыуҙарынан дауаһы ҙур икәнлеген иҫбатлаған белгестәр. Был емеш ҡан баҫымы түбән булғанда ла файҙалы, өҫтәүенә, тамырҙарға ыңғай тәьҫир итә, сөнки ҡанды таҙарта.
Һутлы алмаларҙа В витамины төркөмөнөң барлыҡ төрҙәре, А, С, Е, Н, К, РР витаминдары ла бар. Өҫтәүенә, ул макро- һәм микроэлементтарға, йәғни тимер, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, цинк, йод, фторға бай.
Алмалағы тимер ҡан тамырҙары системаһы өсөн кәрәк. Калий иһә йөрәк өсөн файҙалы. Кальций теш һәм һөйәктең сәләмәт торошон һаҡлау өсөн мөһим. Фосфор кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итә, ти белгестәр.
Фото: ru.best-wallpaper.net