Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Ер йөҙөндәге күп кеше тыуған көнө алдынан кәйефенең төшөүе, борсолоу кеүек хистәргә тарый, хатта ҡайһы берҙәре инфекция сирҙәренә дусар була. Был ниңә шулай һуң?
Баҡтиһәң, күптәр өсөн был хәл ғәҙәти күренеш икән. Һәм уларҙың байтағы, психологтар белдереүенсә, сираттағы тыуған көнө алдынан үткән йылға һығымта-һөҙөмтәләр яһай, ниндәйҙер уй-маҡсатын тормошҡа атҡарып өлгөрмәүен асыҡлай, финанс мәсьәләләре, тормош мәшәҡәттәре алдында баҙап ҡала һәм ағымдағы хәл-ваҡиғаларға иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә стресс кешенең сәләмәтлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай, шуға бәғзеләрҙең тыуған көнө алдынан тымау тейеү менән йонсоуына ла аптырайһы түгел. Быға ҡаҡшаған иммунитет сәбәпсе.
Үрҙә әйтелгән күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн тыуған көн һәм башҡа байрам алдынан тормошҡа ашырлыҡ пландар төҙөргә кәрәк. Ул күңел төшөнкөлөгөнән аралап ҡалырға ярҙам итер. Ауырлыҡ-кәртәләрҙең рухты нығытыуы хаҡында ла оноторға ярамай. Иң мөһиме – байрамдарҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәү. Йән тыныслығы, сәләмәтлек, яҡындарыңдың янда булыуы ни тиклем мөһим икәнлеген онотмайыҡ. Байрам кәйефен иһә һәр кем күңелендә үҙе булдыра икәнлеген дә бер кем инҡар итмәҫ.
Бар мәшәҡәттәрҙе етеп килгән байрам көндәренә ҡалдырмаҫ өсөн алдан план ҡороу, хатта исемлек яҙыу отошло булыр. Тағы иртәнге 10 – 12 һәм төштән һуң 16 – 18 сәғәт арауығын эшмәкәрлектең алтын сәғәттәре тип атайҙар. Тап ошо ваҡыт эсендә кеше күләмле эште лә сифатлы башҡара ала. Мөһим эштәрҙе һуңға ҡалдырмай, ошо сәғәттәрҙе файҙаланып ҡалыу зарур.
Фото: psihomed.com