Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә мөһим тема – бәләкәй балалар үлемен кәметеү тураһында һөйләштеләр. Төп доклад менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сабыйҙар үлеме 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 25 процентҡа кәмегән.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 12 айҙа республикала бер йәшкәсә 153 бала вафат булған, был алдағы һөҙөмтәләрҙән 67-гә аҙыраҡ.
– 2022 йылдың 12 айында сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 тере тыуған балаға 4,2-не тәшкил итә. 2022 йылға күҙалланған 4,9-лыҡ маҡсатлы индикаторға өлгәшелгән. Кәмеү тын алыу ағзалары ауырыуҙарынан (88 процентҡа), инфекцион һәм паразитар ауырыуҙарҙан (47,7 процентҡа), шештәрҙән (33,3 процентҡа), тыумыштан килгән аномалияларҙан (8,5%), имгәнеүҙәрҙән һәм тышҡы йоғонтоларҙан (3,7 процентҡа) үлем осраҡтарының кәмеүе иҫәбенә өлгәшелгән. Тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренән үлем осраҡтары 22,8 процентҡа кәмегән, 10 мең балаға 6,1 тәшкил иткән, – тине Азат Рәхмәтуллин.
Етәксе билдәләүенсә, 17 районда 2022 йылда бер сабый ҙа үлмәгән. Һүҙ Ауырғазы, Бишбүләк, Благовещен, Ғафури, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш һәм Хәйбулла райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы хаҡында бара.
Архангел, Бүздәк, Тәтешле, Балтас, Бөрйән, Баймаҡ, Федоровка, Асҡын райондары һәм Ағиҙел, Межгорье ҡалалары иһә балалар үлеме кимәле буйынса 10,5 һәм унан күберәк күрһәткес менән антилидерҙар булды.
Фото: monicaan24.ru