Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Февраль 2023, 14:30

Үҙегеҙ коллаген яһап ҡарағанығыҙ бармы?

Блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованан коллаген яһау рецебын тәҡдим итәбеҙ

Үҙегеҙ коллаген яһап ҡарағанығыҙ бармы?
Үҙегеҙ коллаген яһап ҡарағанығыҙ бармы?

Сәләмәт йәшәү, дөрөҫ туҡланыу һәм комплекслы гимнастикалар буйынса үҙ марафондарын үткәргән, блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова үҙе һөйәкле иттән эшләгән бик шәп коллаген тәҡдим итә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уны эшләп ҡарайыҡ һәм ҡулланайыҡ.

"Коллаген. Хәҙерге ваҡытта коллагендың ниндәй төрө генә юҡ! Желе кеүеген дә, порошоклыһын да алырға була. Ә мин һеҙгә үҙегеҙ һөйәкле иттән эшләгән коллаген тәҡдим итәр инем! Ни өсөн? Сөнки уны организм 100% үҙләштерә!
Шулай уҡ унда:
1. Глицин аргинин, пралин, гутамин кеүек аминокислоталарҙан торған аҡһым бар. Был аҡһым коллаген була. Шул коллаген беҙҙең организмға кәрәк!

2. Кальций, фосфор, магний минералдары һөйәкте нығытырға ярҙам итә.

3. Хондроитин сульфат, глюкозамин һәм МСМ быуындар өсөн файҙалы. (кемдең быуыны һыҙлай, обезательно эшләп эсергә кәрәк)

4. Коллаген пептидтары һәм желатин, эсәктәрҙең һаулығын, дөрөҫ эшләүен тәьмин итә

5. Сәстәрҙең,тырнаҡтарҙың һаулығын, матурлығын һаҡлаусы аминокислоталар бар.
Үҙең эшләгән тәбиғи коллаген!


Нисек эшләргә?
1. Һөйәкле ит алабыҙ ҙа (тояҡ түгел, ә тубыҡ һөйәге) сайып, бисмиллаһирахмани рахим тип, сөгөнгә(чугунный һауытҡа һалып) һыу һалып, утҡа ҡуябыҙ.


2. Ҡайнап сыҡҡас, күпереген һөҙөп алып, 2 аш ҡалағы алма уксусы (һөйәктең питательный мәтдәләрен сығара), тоҙ, бер кишер, бер һуған (йомро көйөнсә) һалып талғын утта 7-8 сәғәт ҡайнатабыҙ.


3. Шунса ваҡыт үткәс, һөйәктең елек майы, һеңерҙәрен мөнйөйбөҙ. Ә һурпаһын һөҙәбеҙ.


4. Һөйәкеле һурпа (костный бульон) холодильникта ике-өс көн генә һаҡлана. Мин шуға силиконовый һауыттарға һалып, морозилкаға ҡуям


Нисек ҡулланырға?
Гречка, йә плов бешергәндә ошо һурпаны һалып ебәрергә. Һурпаның үҙен эсергә. Мин иртән тренировкаға тиклем асығам, 4-5 кубикка эҫе һыу ҡойоп, иретәм дә эсәм. Мөмкин перекус урынына ла ошолай эсеп алырға. Ҡорот һалып ебәрһәң, тағы ла тәмлерәк була.

Фото һәм сығанаҡ: Гөлфиә Мөхәмәтдинованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: