Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Февраль 2023, 19:40

Лицензиялар күберәк бирелгән

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдерҙеләр.

Лицензиялар күберәк бирелгән
Лицензиялар күберәк бирелгән

Республикалағы медицина ойошмалары тарафынан 2022 йылда, 2021 йыл менән сағыштырғанда, аллергология һәм иммунология буйынса яңы лицензиялар биреү һаны 4,5 процентҡа артҡан. Берҙәм лицензиялар реестрында - аллергология һәм иммунология буйынса барлығы 142 медицина ойошмаһы. Уларҙың алтауһы былтыр беренсе тапҡыр лицензия алған.

- Республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында был йүнәлеш буйынса медицина ярҙамы күрһәткән 39 дәүләт һәм 103 шәхси ойошма теркәлгән, - тине республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тахауетдинова.

Хәҙер медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн лицензияны беренсе тапҡыр рәсмиләштереү өсөн – 15, ҡайтанан рәсмиләштереү өсөн 10  көн талап ителә.

Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20239/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: