Яҙ етеүгә артыҡ күп тә ҡалманы, халыҡ баҡсаға, ер участкаларына, тәбиғәт ҡосағына күпләп сыға башласаҡ. Тик унда кешене үлемесле хәүеф көтә – геморрагик биҙгәк менән сирләү ихтималлығы ҙур. Уны, ғәҙәттә, сысҡандар һәм ҡомаҡтар тарата. Әгәр был сирҙе ваҡытында дауаламаһаң, 80 процент осраҡта ғүмер менән хушлашыуға килтерә. Хатта ауырыуҙы дауалағас, вирусты “ҡыуғас” та, организмды тергеҙеү өсөн йылдар талап ителә. Бер нисә йыл буйына тиҙ арыу, тирләү, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоу кеүек хәлдәр теркәлә. Был – ваҡытында һәм тулыһынса дауалағас та! Өҫтәүенә, сирле кеше табип әйткәндәрҙе теүәл үтәмәһә, сирҙе инҡар итһә, эске ағзалар ныҡ зыян күрә. Иң тәү сиратта - бөйөр, йөрәк-ҡан системаһы, үпкә.
Был ауырыуҙан вакцина юҡ, шуға иң төп талаптар – санитар-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, сәләмәт тормош алып барыу. Урманда йәки дачала сысҡан тейгән аҙыҡ-түлекте ташларға, ә һыуҙы ҡайнатҡас ҡына эсергә кәрәк. Ә бына йорт-ҡурала ремонт-төҙөлөш эштәрен атҡарғанда битлек, бирсәткә кейеү кәңәш ителә. Һәм тағы ниндәй генә эште атҡарһағыҙ ҙа ҡулығыҙҙы һабынлап йыуырға онотмағыҙ. Өҫтәүенә, яраларҙы ла дезинфекция саралары менән эшкәртергә кәрәк.
Һәр ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда, иҫкәртеү яҡшыраҡ. Шуға сәләмәтлегегеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ, үҙегеҙҙе яратығыҙ. Был осраҡта төрлө вирус-инфекциялар һеҙҙе урап үтер, шул иҫәптән сысҡан биҙгәге лә. Сыҡанға - көлкө, кешегә үлем булмаһын...
Фото: medaboutme.ru