Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Февраль 2023, 12:30

Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро

Халыҡтың ошондай үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған кешеләргә рәхмәте сикһеҙ.

Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро
Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро

Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы Исламғолова – сығышы менән Мәләүез районының Яҡтыкүл ауылынан. Салауат медицина училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң, 50 йылдан ашыу инде фельдшер булып эшләй.

“Беренсе эш көнөмдө әле лә бик яҡшы хәтерләйемм. 1972 йылдың 1 марты, каникул ваҡыты ине. 20 мартта иһә эшкә ныҡлап тотондом. Хеҙмәт нескәлектәренә Роза Смаҡова өйрәтте. Уның менән өс йыл бергә Смаҡ ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләнем”, – ти Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы.

1976 йылда Мәләүез районының Һабаш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. “Ошо ауыл егетенә кейәүгә сыҡҡас, бында хеҙмәт юлымды дауам  иттем. Эш күп ине, өҫтәүенә төрлө дарыуҙарҙы, кәркәле ҡорамалдарҙы йөкмәп алып ҡайта торғайныҡ”, – тип хәтер йомғағын систе фельдшер.

Хәҙер был ФАП-ҡа Һабаш һәм Нурдәүләт ауылдары халҡы, йәмғеһе 464 кеше беркетелгән. “Нигеҙҙә, ҡан баҫымының йонсотоуы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, быуындар һыҙлауы менән мөрәжәғәт итәләр”, - тип белдерҙе юғары категориялы фельдшер.

Ярты быуаттан ашыу тыуған ерендәге халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтә Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы. Был осорҙа ниҙәр генә кисермәгән дә, ниҙәр күрмәгән ул! Иң ауыры, әлбиттә, ғәзиз яҡындарын юғалтыу булған. Ире Рим 39 йәшендә генә ҡаты сирҙән яҡты донъя менән хушлашҡан. Ике йәш йөрәктең сәсте сәскә бәйләп бергә йәшәүҙәренә 13 йыл да тулып өлгөрмәгән. Улы Илһам, ҡыҙы Гөлназ ҡала ҡатын ҡулында, ә өсөнсө балалары – улдары – Илшат яҡты донъяға тыуып өлгөрмәгән була. Ни хәл итәһең, тормоштоң – үҙ ҡанундары. Яҙмыш нисек кенә һынамаһын, ҡатын өс балаһын да аяҡҡа бҫтыра, тынғыһыҙ эшендә лә һынатмай. Ҡыҙы хәҙер – уҡытыусы, улдары төҙөлөштө эшләй.

“Фельдшер һөнәрен һайлауыма ҡыуанып бөтә алмайым. Йәш сағыма кире ҡайтһам, барыбер ошо медицина тармағын һайлар инем, - ти Камилә Исламғолова. – Хәҙер эшләү өсөн барлыҡ яҡшы шарттар бар. Дәртләнеп эшлә лә эшлә генә!“

Бөгөн – Фельдшерҙар көнө. Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙын һәм уның коллегаларын һөнәри байрамдары менә ҡотлайбыҙ! Фельдшер – иң иң изге һөнәр эйәләренең береһе. Тап улар ҡалаларҙан, район үҙәктәренән йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа халыҡҡа беренсе медицина ярҙамын күһәтә, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларын күрә.

Быға тиклем дә, әле лә Тыуған илебеҙ Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы кеүек тыуған ерендә һайлаған һөнәрен тоғролоҡ һаҡлаған белгестәргә таяна. Ә халыҡтың ошондай үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлағандарға рәхмәте сикһеҙ.

Фотолар: Камилә Исламғолованың шәхси архивынан.

Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро
Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро
Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро
Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро
Тыуған ергә, һайлаған һөнәренә тоғро
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: