Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Февраль 2023, 15:40

Йәнә табипҡа яҙылыу тураһында...

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хәҙер республикала йәшәүселәр табипҡа биш уңайлы ысул менән яҙыла ала.

Йәнә табипҡа яҙылыу тураһында...
Йәнә табипҡа яҙылыу тураһында...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә табипҡа яҙылыу буйынса Ситация үҙәгенең “ҡыҙыу элемтә” эше хаҡында һөйләштеләр.

- Табиптарға яҙылыуҙы тәьмин итеү – һаулыҡ һаҡлауҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Көн һайын республика поликлиникаларында төрлө белгеслеккә ҡараған дүрт меңдән ашыу табип пациенттарҙы ҡабул итә. Бер белгескә уртаса 35 ҡабул итеү тура килә, - тине Андрей Назаров.

Хәҙер республикала йәшәүселәр табипҡа биш уңайлы ысул менән яҙыла ала. Уларҙың иң ҙур һорау менән файҙаланылғаны – 122, өҫтәмә 2 һандары аша, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнештәр үҙәге аша. Ул көнөнә уртаса 35 мең тирәһе шылтыратыуҙы ҡабул итә. Көсөргәнешле ваҡытта 209 оператор эшләй. Пациентты поликлиника регистратураһында, табип ҡабул иткәндә лә яҙҙыра алалар. Эште үҙаллы инфомат аша ла атҡарырға була. “Дәүләт хеҙмәттәре” һәм яҙылыу буйынса төбәк порталы аша ситтән тороп та яҙылырға мөмкин. Шулай итеп, барлыҡ юлдар менән табипҡа яҙылыу һаны көнөнә 150 меңгә барып етә.

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр табипҡа яҙылыу буйынса һорауҙар дөйөм шылтыратыуҙарҙың 6,4 процентын тәшкил иткән. Быйыл ғинуарҙа был һан 5,8 процент булған.

Төрлө саралар ҡабул ителһә лә, халыҡтың табипҡа яҙылыу менән бәйле һорауҙары бар әле. Республиканың федераль проектта ҡатнашыуы был мәсьәләне хәл итер тип көтөлә. Ул медицина белгестәренә яҙылыуҙы камиллаштырыуға һәм замансылаштырыуға йүнәлтелгән.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың ҡушыуы буйынса бәйләнештәр үҙәге эшендә роботлаштырылған тауыш ярҙамсыларын файҙаланыу ҡаралған. Улар бындай үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәренең эшен тәьмин итә алмаған ваҡытта файҙаланырға һәм тауышты таныу функцияһына эйә булырға  тейеш. Бындай тәжрибә күрше төбәктәрҙә, шулай уҡ Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә уңышлы файҙаланыла.

Премьер-министр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 3 апрелгә тиклем табипҡа яҙылыу үҙәгенең эшен файҙаланыуға индереү буйынса тәҡдимдәрҙе индерергә ҡушты.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20229/

Фото: znamya31.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: