Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Февраль 2023, 13:20

Был хаҡтағы ҡарар былтыр ҡабул ителгәйне

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

Был хаҡтағы ҡарар былтыр ҡабул ителгәйне
Был хаҡтағы ҡарар былтыр ҡабул ителгәйне

Быйыл мартта аутистик тайпылыштарға дусар булған балалар өсөн Башҡортостандың Менталь сәләмәтлек үҙәге эш башлай, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был хаҡтағы ҡарар былтыр октябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге Волга буйы федераль округының “Менталь сәләмәтлек” йәмәғәт проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ҡарау буйынса эшсе төркөмө кәңәшмәһендә әйтелгәйне.

Үҙәктә аутистик тайпылыштарға дусар булған балаларға һәм уларҙың ата-әсәһенә ярҙам күрһәтеләсәк, социаль мөхиттә йәшәү рәүешенә өйрәтәсәктәр. Шулай итеп, был үҙәк дауалау, диагностикалау, ойоштороу-медик һәм мәғариф функцияларын үтәйәсәк. Ошо маҡсатта Республика психиатрия дауаханаһы һәм психотерапевтик үҙәк эшләйәсәк.  

Башҡортостан Волга буйы федераль округындағы аутизм менән сирләгән балалар өсөн Менталь сәләмәтлек үҙәге асылған унынсы төбәк буласаҡ.

Фото, сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/520676/

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: