Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Февраль 2023, 19:40

“Үлемгә тиң сир тигән осор үтте...”

Был ауырыу тураһында, ғәҙәттә, әйтергә оялалар, тик һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге алға китеш уны хроник сирҙәр рәтенә индерҙе.

“Үлемгә тиң сир тигән осор үтте...”
“Үлемгә тиң сир тигән осор үтте...”

Был ауырыу тураһында, ғәҙәттә, әйтергә оялалар, тик һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге алға китеш уны хроник сирҙәр рәтенә индерҙе.

Әлбиттә, һәр сирҙе иҫкәртеү, уға тарымау мөһим, тик бына ауырығандарға нимә эшләргә һуң? Әлбиттә, иң тәү сиратта, ваҡытты әрәм итмәй, белгестәргә мөрәжәғәт итеү зарур. Был тотош йәмғиәтте тиерлек ҡурҡытҡан СПИД-ҡа ла ҡағыла, ти табиптар. ВИЧ-ты дауалау һәм уны кисектереү йәһәтенән медицина алға бара, уның менән сирле пациенттар ҙа тулы ҡанлы тормош алып бара ала.

“Центрспид Уфа” берҙәмлеге хәбәр итеүенсә, үҙенең ВИЧ менән сирләүен күптән түгел асыҡлағандарҙың ошо юлды үткәндәр менән аралашыуы, бының өсөн һәр шишәмбе 18 – 20 сәғәттә Өфө ҡалаһының Ғафури урамында урынлашҡан 4-се йортҡа (ихата яғынан, икенсе подъезд эргәһенән инергә) килергә һәм үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптарҙы алырға мөмкин. Ошондай ярҙам төркөмөндә квалификациялы психолог та эшләй: бушлай ярҙам алырға кәрәк булһа, “ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны - 8 (347) 224-94-84 – буйынса шылтыратырға була.

Фото: chr.aif.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: