Сәләмәт булайыҡ
24 Февраль 2023, 10:48

Һөт ризыҡтарының файҙаһы ҙур

parents.ruparents.ru
Фото:parents.ru

Һәр көн туҡланыу рационының төрлө аҙыҡ-түлек менән байытылған булыуы мөһим, сөнки уларҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн кәрәкле витаминдарға, микроэлементтарға, минералдарға һәм башҡаларға бай.

Һөт, мәҫәлән, ғүмерҙе оҙайтып ҡына ҡалмай, сәләмәтлекте лә нығыта. Көн һайын уны бер аҙ эскәндә йөрәккә бәйле проблемалар 15-20 процентҡа кәмей. Һөт эсемлектәренә килгәндә, био-кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар ашҡаҙан-эсәк юлдарын “яҡшы” бактериялар менән байыта.

Дүртенсе йыл инде Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, йыл һайын “Һөт кухняһы”нан файҙаланыусылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәт­тәр министрлығынан хәбәр итеү­ҙә­ренсә, быйыл 1 ғинуарҙан махсус хәр­би опера­цияла ҡатнашҡан граждан­дар­ҙың, Рәсәй Президентының “Рәсәй Фе­дерация­һында өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһында”ғы Указына яраш­лы,  хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың, махсус хәрби операция барышында һәләк бул­ған граждан­дарҙың ғаилә ағзаларын туҡ­ланыу менән тәьмин итеү тәртибе индерелде.

Бушлай туҡланыуға ғаризаны өс юл – “Һөт кухняһы”ның яҡындағы таратыу пунктында, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас