Был турала БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин телеграм каналында хәбәр итә. Сабый әлеге ваҡытта яҡшы үҫешә, тиҫтерҙәрен ҡыуып етеп бара. Өфө табиптары 490 грамлыҡ яңы тыуған сабыйҙы ҡотҡарған. Әсә йөклөлөк осорон ауыр үткәргән. Баланы юғалтыу хәүефе янағанлыҡтан дауаханала иҫәптә торған.
«Йөклөлөктөң 25-се аҙнаһында ҡатындың яралғы шыйыҡсаһы ағып сыға. Уны ашығыс рәүештә операция бүлмәһенә оҙаталар һәм кесарь киҫеме эшләйҙәр. Һөҙөмтәлә 490 грамм ауырлыҡтағы 29 сантиметрлыҡ ҡыҙ тыуа. Баланы реанимацияға оҙаталар һәм бер ай самаһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Һуңынан медицина хеҙмәткәрҙәре сабыйҙы оҙаҡ ваҡыт 1-се неонаталь патология бүлегендә тәрбиәләй, унда ул ауырлыҡ һәм көс тупланы», — тип хәбәр итә министр.
Иң мөһиме - әсә лә, сабый ҙа иҫән һәм үҙҙәрен бик яҡшы тоя. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото: "Башинформ".