Өлкәндәрҙең 50 проценты дөрөҫ тын алмай. Шул сәбәпле организм кислород алып еткермәй, һәм матдәләр алмашыныуы аҡрыная. Ә көнөнә 15 минут дөрөҫ тын алып, артыҡ ҡорһаҡтан ҡотолорға һәм тирене матурайтырға була, ти белгестәр.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр төрлөсә тын ала: тәүгеләре күкрәге менән, ә икенселәре дөрөҫ тын ала - эсе менән. Шуға ла ирҙәрҙең эс мускулдары ныҡлы үҫешеп, матур булып күренеп тора. Эс (диафрагма) менән тын алыу ул мускулдарҙы тонуста тота, ашҡаҙан-эсәк юлы ағзаларына үҙенсәлекле массаж яһай, шул рәүешле эсәктәрҙең перистальтикаһын яҡшырта. Ә бына күкрәк аша тын алғанда, нисек кенә һәйбәт булмаһын, организмға кислород аҙыраҡ үтеп инә - был тән тиреһенең, сәстәрҙең торошонда, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлегендә кире сағылыш таба.
Дөрөҫ тын алырға өйрәнер өсөн, ҡулығыҙҙы ҡорһағығыҙға һалығыҙ һәм үпкәгеҙ тулғансы тын алығыҙ. Эсегеҙҙең кислород менән тулыуын тойоғоҙ. Тынды сығарғанда эсегеҙҙе мөмкин тиклем эскә тартығыҙ. Танау менән һулыш алырға кәрәк. Танау аша тын алыу үпкәгә һәм диафрагмаға көс төшөрә, был өҫтәмә калорияларҙы яндырыуға килтерә.
Эс менән тын алыу организмды кислород менән әүҙем туйындырыу һөҙөмтәһендә эске майҙы "иретә". Түбәндәге күнекмәләр һөҙөмтәле: ултырған килеш 4 секунд ҡорһаҡ менән тәрән итеп тын алабыҙ, 4 секундҡа тынды тотҡарлайбыҙ, 4 секунд буйы тынды сығарабыҙ (10-15 тапҡыр эшләргә). Һәм ятҡан килеш тәрән итеп эстән дүрткә тиклем һанап тын алабыҙ, өҫтәп ике тапҡыр ярым һулап ҡуябыҙ, шулай уҡ дүртте һанағансы тынды сығарабыҙ һәм ике тапҡыр өҫтәп һулышты ярым сығарып ҡуябыҙ (10 тапҡыр эшләргә).
Фото: tutshoping.ru