Был ғәҙәти булмаған хәл тураһында үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яҙҙы. Баш ҡала табиптары 10 айлыҡ сабыйҙың ҡулындағы алтынсы бармағын алып ташлаған.
Бала генетик аномалия менән тыуған. Баҡһаң, был осраҡ әллә ни һирәк тә түгел икән.
"Бындай осраҡтар популяцияла йыш осрай – ике мең кешегә бер сабый. Йыл һайын баш ҡаланың ашығыс ярҙам дауаханаһы табиптары ғына бындай 12-15 операция яһай. Анамнезды йыйғанда шул билдәле була, был сир 22 аҙнала йөклө ҡатындарҙы тикшереү ваҡытында асыҡланған. Тыуғандан һуң, сабыйға ике ай тулғас та, уға рентген эшләткәндәр, диагноз раҫланған һәм бер йәше тулыуға оператив дауа тәҡдим ителгән”, – тип яҙҙы министр.
Дөйөм наркоз менән малайҙың артыҡ алтынсы бармағын киҫкәндәр. Операциянан һуңғы осор еңел үткән, яралары тиҙ арала уңалған. Төп бармаҡтың функциялары боҙолмаған, ул ғәҙәттәгесә хәрәкәт итә.
Фото: "Башинформ".