Яҙ етеүгә күп ваҡыт та ҡалманы, уның яҡынлашыуын хатта организм да һиҙә. Йыш ҡына арыу тоябыҙ, кәйеф тә тиҙ үҙгәреүсән.
Былар иһә ниндәй ҙә булһа витаминдың етмәүенә ишара. Ә уларҙың билдәләре: физик йәки аҡыл эшмәкәрлегенән һуң тиҙ арыу, тәндең көсһөҙләнеүен тойоу, йыш сирләү, хроник сирҙәрҙең аҙыуы, сәстең ҡойолоуы, тырнаҡтың һыныуы һәм әкрен үҫеүе, тыныс йоҡлай алмау, айырым бер аҙыҡты ашарға теләү һәм башҡалар.
Белгестәр әйтеүенсә, был осраҡтарҙа туҡланыу режимына иғтибар итеү зарур, сөнки тап аҙыҡ-түлектән организм үҙенә кәрәкле витаминдарҙы һәм микроэлементтарҙы ала. Тағы витаминдар эсергә лә кәңәш итәләр. Әммә уларҙы дауалаусы табип тәғәйенләргә тейеш икәнлеге хаҡында онотмайыҡ.
Шулай итеп, гүзәл заттар, сәләмәтлегебеҙ хаҡында даими хәстәрлек күрәйек һәм ошо сихри яҙҙың хозурлығына ҡыуанып, кинәнеп йәшәйек. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн яҡшы кәйефтә ҡаршылайыҡ һәм һау булайыҡ!
Фото: medboli.ru