Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2023, 14:36

Ял көндәрендә сирләп китһәгеҙ...

Дүшәмбегә тиклем көтмәгеҙ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Әгәр шәмбе йәки йәкшәмбе сирләп китһәгеҙ, дүшәмбене көтөргә кәрәкмәй.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйлә­неш­тәр үҙәге шәмбе (8-ҙән 16 сәғәткә тиклем) һәм йәкшәмбе (8-ҙән 14 сәғәткә тиклем) эшләй. Эш көндәрендә иһә – 7 сәғәт 30 минуттан 19 сәғәткә тиклем. Яҙылыу өсөн телефон: 122 (өҫтәмә 2). “МТС”, “Билайн” һәм “Мегафон” мобиль телефондарынан шылтыратыу бушлай.

Регистратурала, “Дәүләт хеҙмәттәре”, “Берҙәм медицина порталы”, поликлиникалағы инфоматтар аша яҙылырға була. Бынан тыш, “Табипҡа” тигән бушлай мобиль ҡушымта бар. Унда анализ һөҙөмтәләрен дә ҡарарға мөмкин.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: