Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2023, 20:00

Йоҡлай алмағанда, оҙайлы йүтәл йонсотҡанда - шәп дауа

 Ярамаған осраҡтарын да белеү мөһим.

Йоҡлай алмағанда, оҙайлы йүтәл йонсотҡанда - шәп дауа
Йоҡлай алмағанда, оҙайлы йүтәл йонсотҡанда - шәп дауа

Башҡорт балының шифаһы тураһында элек-электән билдәле. Уның составында В1, В5, В6, В9, С, РР витаминдары, йод, калий, кальций, марганец, фосфор, тимер, баҡыр, хлор кеүек макро- һәм микроэлементтар бар. Белгестәр әйтеүенсә, был татлы аҙыҡ ни тиклем ҡарараҡ төҫтә, шул тиклем составында тимер, баҡыр һәм марганец күберәк була.

Хуш еҫле бал организмдың төрлө сирҙәрҙән һаҡлау көсөн күтәрә, бигерәк тә һалҡын тейгәндә уның файҙаһы ҙур. Бынан тыш, ул йөрәктәге етди патологик үҙгәрештәргә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә. Составындағы глюкоза һәм магний иҫәбенә ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай: коронар ҡан тамырҙарын киңәйтә, ҡан әйләнешен яҡшырта, даими ҡулланғанда, мускулдарҙың тонусын күтәрә.

Был татлы аҙыҡты шәкәр урынына файҙаланырға мөмкин, шуныһы үҙенсәлекле: ул тештәрҙең эмаленә зыян килтермәй. Киреһенсә, ауыҙ ҡыуышлығын төрлө бактерияларҙан таҙарта һәм кариес булдырмай. Антиоксидант ролен дә үтәй, организмды токсиндарҙан һәм тоҙҙарҙан таҙартыуға булышлыҡ итә. Бынан тыш, ул организмды тынысландырырға, арыуҙы бөтөрөргә, көсөргәнештән арынырға ярҙам итә.

Һөт менән ҡушып ҡулланғанда, йоҡоһоҙлоҡҡа һәм стрестарға ҡаршы көрәшә. Был аҙыҡ тағы ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртә, эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшырта, моторикаһын көсәйтә, тигән фекерҙә белгестәр. Иртәнсәк бер стакан һыуға бал бутап эскәндә, аш эшкәртеү органдарын “уятырға” ярҙам итеп, тотош көнгә энергия бирә. Ғөмүмән, һыу – йәшәү сығанағы ул. Иртән ас ҡарынға эскән бер стакан йылы һыуҙың организм өсөн файҙаһы иҫ киткес ҙур. Ул ашҡаҙан-эсәк юлын таҙартып, “эшкә” әҙерләй. Төндә уның стенкаларына ашаған аҙыҡтың ҡалдыҡтары, шлактар һәм токсиндар ултыра. Ошо бер стакан һыуға бер балғалаҡ бал  өҫтәп эсһәгеҙ, ашҡаҙанды таҙартырға, организмды йәшәртергә һәм бер аҙ артыҡ сантиметрҙарҙан арынырға булышлыҡ итә һәм көн дауамына етерлек көс-дәрт, энергия бирә. Тағы ошо шифалы эсемлеккә бер киҫәк лимон да өҫтәп ебәрһәң, файҙаһы тағы ла арта. Сөнки лимон һутында калий күп, ул депрессияларҙан, борсоулы уйҙарҙан арынырға булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, ҡан баҫымын төшөрә.

Әммә һәр нәмәлә сама кәрәк. Хуш еҫле балдың шифалы үҙенсәлектәре күп булыуға ҡарамаҫтан, уны сама белеп ашамаһаң, организмға зыян килтереүе лә ихтимал. Мәҫәлән, бауыр циррозы, үт ҡыуығында таш булғанда йә үт ҡыуығы булмаһа, бал ашауҙы сикләү талап ителә. Инфаркттан һуң ашҡаҙан әселеге көслө булған кешеләргә лә балдың зыян килтереүе бар. Аллергиянан һәм һимеҙлектән йонсоғандарға ла уны күп ашарға ярамай. 100 грамм балда 328  килокалорий икәнлеге хаҡында онотмағыҙ.

Шифалы балды түбәндәге осраҡтарҙа файҙаланырға мөмкин:
* Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға ятырҙан 30–40 минут алда бер стакан йылы һөткә йә һыуға бер ҡалаҡ бал ҡушып эсергә кәңәш итәләр.

* Оҙайлы йүтәлдән балға аҡ май ҡушылған дауа ярҙам итә. 100 грамм балды, аҡ майҙы, какаоны, 15 грамм алоэ һутын бергә ҡушып бутарға һәм бер аҙ йылытырға (ҡайнатырға ярамай). Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан һөт ҡушып, иртәле-кисле эсергә.

*Ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарынан йонсоғандарға ошондай рецепт бар. Бер-ике ҡалаҡ киптерелгән ромашка сәскәһенә 400 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, 10 – 15 минут парҙа тоторға, һуңынан төнәтмәне һөҙөп алып, бер-ике балғалаҡ бал өҫтәргә һәм ауыҙҙы сайҡатырға тәҡдим ителә.

Фото: kartinkin.net

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: