Башҡортостанда табиптар йәш ярымлыҡ сабыйҙың эсенән сит әйбер — бер һумлыҡ аҡсаны сығарған. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы табиптары УЗИ тикшереүе мәлендә тәңкә рәүешендәге «табылдыҡ»ты күргән. Сабыйҙың ата-әсәһе уның сит әйберҙе йотҡанын белмәгән дә.
Баланы ашығыс рәүештә Республика балалар клиник дауаханаһына ебәрәләр, унда эндоскопик ысул менән тәңкәне сығарып алалар. Хәҙер бала үҙен яҡшы тоя, һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.
Мәсәғүт үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә йыл башынан өс бала сит әйбер йотҡан. Бөтә осраҡтар ҙа һәйбәт тамамланған.
Ата-әсәләргә бәләкәстәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Кескәй балаларға ауыҙына ҡабырлыҡ әйберҙәр бирмәгеҙ, һәр осраҡтың да яҡшы тамамланмауы ихтимал.
Фото: "Башинформ".