Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Март 2023, 14:57

Көн дә кәрәк булыр кәңәштәр

l Икмәкте күгәреүҙән һаҡлау өсөн тығыҙ ябыла торған һауыт эсенә саҡ ҡына тоҙ һалырға була.

l “Майонез ашҡаҙанға ауыр була” тигәндәргә уны майлылығы әҙ булған ҡаймаҡ менән алмашты­рырға мөмкин. Тик уға бер балғалаҡ гәрсис онтағы (күләмен самалағыҙ) һәм бешкән йомортҡаның һарыһын ҡырып һалырға кәрәк.

l Ниндәй булһа ла үҫемлек майы һылап ҡуйғанда, артып ҡалған ҡырҡылған һуған оҙаҡ ҡына файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай һәм боҙолмай.

l Асылған томат пастаһының ҡапҡасына гәрсис һылағанда, күгәрер тип борсолмаҫҡа мөмкин. Йә булмаһа, уға ваҡ тоҙ һибеп тә, саҡ ҡына үҫемлек майы ҡойоп та иҫкертмәйенсә оҙаҡ һаҡларға була.

l Йәшел ҡыяҡлы тәмләткес үләндәр һулый башланымы? Ундай осраҡта уларҙы тәүҙә эҫе, шунан һалҡын һыуға тығып алһаң, яңырып китә.

l Картуфты ҡабығы менән бешергәндә ярылыусан була. Һыуға бер нисә тамсы уксус тамыҙғанда, ул бөтөн килеш кенә бешә.

l Ниндәй генә лә ҡаты итте йомшартыуҙың яҡшы ысулы – уны уксуста, кеүәҫтә, әсегән һөттә, кәбеҫтә, ҡыяр, сөгөлдөрҙөң тоҙло һыуына һалып ҡуйыу.

l Кәстрүлдең ҡапҡасын япмай бешергәндә, аҙыҡтағы файҙалы матдәләрҙең 20 проценты юғала, ә ябыҡ килеш тотҡанда – 5 проценты ғына.

l Лимондың һуты күп бүленһен өсөн, уны тәүҙә биш минутҡа ҡайнар һыуҙа тотоу яҡшы һөҙөмтә бирә. Теленгән лимон кибә башлаһа, уны һалҡын һыуға һалып алырға була, шулай иткәндә ул һутлыраҡ та булып китә.

l Татлы боростоң орлоҡтарын йыйып киптереп, ҡыш төрлө ризыҡ бешергәндә ҡулланырға мөмкин – унда файҙалы мат­дәләр йәшел­сәнең үҙенекенә ҡарағанда ла күберәк.

l Бешергән һыуына бер аҙ тоҙ һалғанда, йомортҡа тиҙ әрселә.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас: