Аҙыҡты дөрөҫ яраштырып ҡуллана белеү – сәләмәтлек нигеҙе. Шул уҡ фекер йәшелсәгә, еләк-емешкә лә ҡағыла. Мәҫәлән, түбәндәгесә коктейль әҙерләп эскәндә, организм токсиндарҙан таҙарына, көс-хәл инә.
Эсемлек әҙерләү өсөн беҙгә ике алма, бер ҡыяр, бер лимон, ике һабаҡ сельдерей, 1/3 сынаяҡ мүк еләге, ике сөгөлдөр, баш бармаҡ дәүмәле имбир тамыры кәрәк буласаҡ. Уларҙың һуттарын һығып, бергә ҡушып ҡулланыу организм өсөн бик файҙалы.
Коктейлде көн һайын берәр стаканлап 10–30 көн ҡулланырға.
Ниндәйҙер ингредиентҡа аллергия булһа йә сир арҡаһында ярамаһа, уны ҡушмайынса ла яһарға була.
Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА