Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Март 2023, 15:00

Сирҙәрҙе алдан иҫкәртәйек

foto-ram.ru
Фото:foto-ram.ru

Сирҙәрҙе иҫкәртеү, һаулыҡты нығытыу буйынса халыҡ саралары күп, уның ҡайһыһын һайларға? Быны һәр кем үҙе хәл итә. Өйҙә ҡул осонда булған ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең иммунитетты күтәреүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Ҡабаҡ. Төрлө ризыҡ бешереүҙән тыш, уны дауаланыу сараһы итеп тә ҡулланып була. Мәҫәлән, 300-400 грамм ҡабаҡты эре ҡырғыстан үткәреп, уға 300 грамм бал, ҡабығы менән ит турағыстан үткәрелгән ике-өс лимон ҡушып болғатабыҙ. Ошо бутҡаны иртән ас ҡарынға бер ҡалаҡ ашарға. Артығын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Һоло. Термосҡа литр ярым ҡайнар һыу һалып, бер стакан һоло, ике ҡалаҡ гөлйемеште төнәтергә. Эсемлекте яртышар стаканлап көнөнә ике-өс тапҡыр ҡулланырға. Дауаланыу ваҡыты – бер ай, шунан – ял. Гөлйемеш менән бергә кипкән алма, груша, күрәгә, йөҙөм, миләш, ҡара слива һалырға мөмкин.

Миләш. Кипкән бер-ике ус миләште йыуып, ит турағыстан үткәрәбеҙ һәм ике ҡалаҡ иҙелгән мүк еләге, биш ҡалаҡ бал, икешәр ҡалаҡ сөгөлдөр һәм һарымһаҡ һуты ҡушҡас, ике стакан 40 процентлы спирт өҫтәп, ике аҙна ҡараңғы урында тоторға. Төнәтмәне ай буйы көнөнә ике-өс тапҡыр ҡалаҡлап ҡына эсергә.

Имбир. Бер литр ҡайнар һыуға 6-8 сантиметр ҙурлығындағы имбир тамырын ҡырып һалырға, шулай уҡ ҡабығы менән ваҡ туралған лимон, тәменсә бал өҫтәргә. Ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр 250 миллилитрлап ҡабул итергә.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас: