“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Зәкиә Мәжитова үҙенсәлекле рецепт менән уртаҡлашты.
“Эсәктәрҙең, шул иҫәптән йыуан эсәктең дә, йәшәй торғас, лайлалылығы бөтә бара, перистальтикаһы һүлпәнәйә бара икән. Бының артабан нимәгә килтереүенә бормайым һүҙҙе, киреһенсә, шәп кенә бер рецепт осратып, оҡшатып, ҡулланғайным, шул рецепты тәҡдим итәм тигәйнем.
Өс-дүрт кишерҙе йыуып, үтә ваҡ итмәй турап, 1 литрҙай һыуҙа 20 минут ҡайнатып алаһың. Бер алманы ваҡлап ҡушып, һәммәһен блендерҙан үткәрәһең. Эсеүгә тәмле булһын өсөн бер әфлисун һуты ҡушырға була, ә мин бер аҙ бал ҡуштым. Шуны көн һайын иртәнсәк ас ҡорһаҡҡа бер стакан эсәһең.
Ошо бер әҙерләгән һут өс көндә бөтә. Һәм шул етеп тә тора. Ай һайын өс кенә көн эсергә тәҡдим ителә.
Эсәк лайлалығын булдырып, “һаҡлаусы пленка” яһай, ти. Артыҡ ыҙаһы ла юҡ, йыбанмай эшләп, эсеп торайыҡ, бигерәк тә ураҙа алдынан еңеллек бирер”, - тип яҙҙы Зәкиә апай.
Аңлатып яҙып үтәбеҙ: кишер бешкән 1 литр самаһы түкмәйбеҙ, барлыҡ йәшелсә-емеште ошо һыу менән бергә блендерҙа иҙәбеҙ һәм шуны 3 көн дауамында эсәбеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото: ohotamyasa.ru