Сәстәге ҡауаҡ бер ҙә матур күренеш түгел. Хәҙерге заманда, әлбиттә, уны бөтөрөргә һәләтле махсус шампундәр күп. Әммә уларҙың күпселегендә селен сульфиды, ағыулы канцероген һәм формальдегидтар бар.
Халыҡ ҡауаҡтан тәбиғи рәүештә ҡотолоу сараларын электән белгән һәм һөҙөмтәле ҡулланған.
Бына шуларҙың береһе. Был сараны әҙерләү өсөн ҡырғыстан үткәрелгән ике имбир тамыры, өс ҡалаҡ кунжут майы, бер аҙ лимон һуты кәрәк.
Тәүҙә имбирҙең һутын һығып алырға – бер-ике ҡалаҡ тирәһе сыға. Шуны кунжут майы һәм лимон һуты менән ҡушып болғатырға. Әҙер массаны баш тиреһенә һөртөргә лә 15–20 минуттан йыуып төшөрөргә. Бындай япманы аҙнаһына өс тапҡыр ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ. Артығын һыуытҡыста һаҡларға.
Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА