Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Баймаҡ районының Түбә ауылында хәтәр шәп спорт ярышы үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар быйма кейеп хоккей уйнаны. Бөтәһе өс команда үҙ-ара көс һынашты. Был турала Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев хәбәр итә:
"Кисә Иҫке Сибай ҡатын-ҡыҙҙарының хоккей йыйылма командаһы сираттағы уйындарын уйнап ҡайтты. Түбәлә үткән турнир Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналды. Ярышта Түбә, Иҫке Сибай, Үрге Яйыҡбай ҡыҙҙары көс һынашты. Иҫке Сибайҙа башланғыс алған ҡатын-ҡыҙзар араһындағы быймалы хоккейҙың икенсе ауылдарҙа ла популярлыҡ яулай башлауы ҡыуандырмай ҡалмай.
Тубәләр яңыраҡ ҡына уйнай башлаһалар ҙа, беренселекте алдылар, беҙ икенсе урында, Үрге Яйыҡбайҙар өсөнсөгә сыҡтылар. Өс команда ла көслө уйын күрһәтте. Афарин!"- тип яҙған Сибай Сәмиғулла улы.
Был сара Иҫке Сибай ауылының республика "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуы сиктәрендә ойошторолған.
Фото: Сибай Утарбаев.