Һәр дәүләттең иң ҙур байлығы – уның халҡы. Кешеләр үҙҙәре төҙөгән йәмғиәттең үҫеше, сәскә атыуы өсөн ҙур тырышлыҡ һала, тик был маҡсатҡа өлгәшергә ныҡлы сәләмәтлек кәрәк, шуға күрә дәүләттең алдында торған мөһим стратегик бурыстың һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыуға, ғүмер оҙайлығын арттырыуға, медицина ярҙамын яҡшыртыуға йүнәлтелеүе, көн ҡаҙағынан төшмәүе ғәжәп түгел. Тарихтан күренеүенсә, урта быуаттарҙа табиплыҡ башлыса ир-ат һөнәре тип иҫәпләнһә, хәҙер ул күптән “ҡатын-ҡыҙ йөҙлө” профессияға әүерелде. Рәсәйҙәге табиптарҙың 70 проценттан ашыуын аҫыл зат вәкилдәре тәшкил итә. Ә бөтә медицина хеҙмәткәрҙәрен, шәфҡәт туташтарын, фельдшер, санитаркаларҙы ла ҡушһаң, ҡатын-ҡыҙҙың тармаҡта ниндәй ҙур көс булыуын күрмәү мөмкин түгел. 8 Март байрамы алдынан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлнара ЗИНУРОВАҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Гөлнара Фаат ҡыҙы, күркәм яҙ байрамы алдынан хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй матур теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
– Һуңғы осорҙа ҡаты һынауҙарҙы бергәләп үткән, ауырлыҡтарҙан һынмаған һөнәрҙәренә тоғро хеҙмәттәштәремә яҡшы кәйеф, ғаилә бәхете теләйем. Аҫыл заттарыбыҙға: “Үҙебеҙҙе яратырға өйрәнәйек!” тип тә әйткем килә. Бында һүҙ үҙ-үҙеңә һоҡланыу, өҫтөн күреү, мин-минлек тураһында түгел, ә үҙеңә һәм башҡаларға ҡарата яҡшы ҡараш, игелекле мөнәсәбәт булдырыу тураһында бара. Ваҡытында һаулығыңды хәстәрләү, дауаланыу, ял итеү, яҡындарыңа иғтибарлы булыу менән бергә пациенттарыңдың һинән бөркөлгән йылылыҡты тойоуы ла бик мөһим. Эше күңеленә ятҡан белгестең иң ауыр, ҡатмарлы тойолған бурысты ла үтәп сыға алыуына, үҙен бәхетле тойоуына ышанам. Ғөмүмән, табип – үтә үҙенсәлекле һөнәр, ниндәй генә юғары квалификациялы, алтын ҡуллы белгес булмаһын, уны ауырыуҙарға ҡарата мөнәсәбәтенән сығып баһалаясаҡтар. Минеңсә, донъяла ике профессия кешеһенән – табип һәм уҡытыусынан – айырыуса эшкә бирелеп, егелеп, һөҙөмтәле эшләү талап ителә.
– Пациенттың ышанысын яулау анһат түгел. Хатта был мәсьәләне яңы ҡорамалдар, идеялар, финанс мөмкинлектәре менән генә лә хәл итеүе ауыр, тип билдәләй эксперттар. Һүҙ бында ҡулланыусыларҙың дарыуҙарға, ҡорамалдарға, барыһынан да элек табиптарға ышанысы хаҡында бара...
– Эйе, кешене был донъяла ышаныс, яҡшылыҡҡа өмөт йөрөтә. Быға ябай ғына тормошсан миҫал. Шәкәр диабетына юлыҡҡан, һимеҙлектән яфаланған ауырыу төплө кәңәш алырға, һауығырға өмөтләнеп поликлиникаға килә. Ә табип үҙе лә шул хәлдә, кәүҙәһе лә пациенттыҡынан ҡайтыш түгел, уның кәңәш-тәҡдимдәренә етди рәүештә ҡолаҡ һалырҙарына ышаныс аҙ... Үҙе тәмәке тартҡан, әммә башҡаларҙы сәләмәт тормошҡа саҡырған табиптар ҙа бар. Беҙҙең пациенттар бик һиҙгер, “аҙ ултырһа ла, күп һынай”, анализлай белә. Һин үҙеңде ошо үҙенсәлекле, әһәмиәтле һөнәргә бағышлағанһың икән, уға лайыҡлы белгес, эшеңдең алмаштырғыһыҙ оҫтаһы бул, абруйын төшөрмә. Һөйөнөскә күрә, пациенттары өсөн һәр яҡлап өлгө, эшенә тулыһынса бирелгән, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған табиптар “армияһы” үҫкәндән-үҫә, тип ышаныслы әйтә алам.
– Шулай булмаһа, республикабыҙға, илебеҙгә генә түгел, бөтә донъяға ябырылған коронавирус зәхмәтенә, эпидемия таралыуына ҡаршы торорға, билдәһеҙлек хөкөм һөргән мәлдә ашығыс ҡарарҙар ҡабул итергә, дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡорорға мөмкин булыр инеме икән?
– Күҙ алдына ла килтермәгән һынауҙарҙың тармаҡта ҙур көсөргәнеш тыуҙырыуы бәхәсһеҙ. Ул Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһында тейешле кадрҙар резервының булмауын, фармацевтика өлкәһенең етештереүсәнлекте арттырыуға әҙерлекһеҙлеген һәм башҡа етди етешһеҙлектәрҙе лә асты. Республика етәкселеге тәүге көндәрҙән үк бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә алды. Беҙгә кисектергеһеҙ рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеү процесын үҙгәртеп ҡорорға, дауаханаларҙы ваҡытлыса ковид-госпиталдәргә әүерелдерергә, алһыҙ-ялһыҙ ойоштороу эштәрен башҡарырға тура килде. Бәләгә юлыҡҡанда, беҙҙе бары берҙәмлек кенә ҡотҡара, был юлы ла нәҡ шулай булды: ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар эш тәртибен үҙгәртә һалды, кемдер медицина әйберҙәре тегеүгә, әҙерләүгә тотондо, ирекмәндәр ярҙамға ашыҡты. Вакцина яһатыу һөҙөмтә бирҙе, коллектив иммунитет барлыҡҡа килде, беҙ “имтиханды” лайыҡлы үтә алдыҡ. Был хаҡта барыбыҙ ҙа яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бындай проблемалар, юғалтыуҙар менән бер Рәсәй генә түгел, бик күп дәүләттәр осрашты. Был һынау барыбыҙға ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә стратегик яҡтан әһәмиәтле тармаҡ булараҡ ҡарарға кәрәклеген күрһәтте.
Көтөлмәгән һынауҙың фәһемле яҡтары булыуын да йәшермәйем. Мәҫәлән, коронавирус тарала башлағас, төрлө кимәлдәге етәкселәр менән видео-, селектор кәңәшмәләрен йыш үткәреү барыбыҙҙы ла ныҡ яҡынайтты. Баш табиптар менән кәңәшләшеп, ҡарарҙар ҡабул иттек, уларҙан үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә өйрәндек. Һаулыҡ һаҡлау системаһында хәл итәһе мәсьәләләрҙең байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, ҙур үҙгәрештәрҙең яҡшы яҡҡа барыуын күрәбеҙ.
Хәҙер айырым нөктәләргә генә иғтибар биреү, йәғни “хәл иткес бер звеноға ғына көс һалып, башҡаларҙы артынан эйәртеү” принцибы буйынса эшләүҙең һөҙөмтә бирмәүен, тармаҡтың бөтә өлөштәренә йүнәлтелгән, тәрән уйланылған үҙгәртеп ҡороуҙар комплексы кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ.
– Шул йәһәттән ниндәй сараларҙы миҫалға килтерер инегеҙ?
– Тәрәнтен медицина тикшереүҙәрен эсенә алған диспансерлаштырыу хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Уның сифаты бермә-бер күтәрелеүе төрлө сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға, дауаларға ярҙам итә. Лабораториялар, ҡорамалдар эшкә ҡушылды, реабилитация үткәрелә. Коронавирус инфекцияһынан һуң дауаланыуға мохтаждар “Глуховская” шифаханаһында һаулыҡтарын нығытыу мөмкинлегенә эйә. Хәҙер халыҡтың үҙ һаулығына мөнәсәбәте лә һиҙелерлек үҙгәрҙе, күптәр сәләмәт тормошто һайлай, ваҡытында табипҡа күренергә, дауаланырға тырыша. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, тәүге медицина звеноһын яңыртыу, һаҡсыл технологиялар индереү, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү, яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса эш дауам итә. Хәл итәһе мәсьәләләр етерлек булыуға ҡарамаҫтан, яңы шарттарҙа эшләү ҡыҙыҡлыраҡ һәм күңеллерәк була бара, тиер инем.
– Медицина хеҙмәттәренең һәр саҡта ла тейешле кимәлдә күрһәтелмәүе пациенттарҙа ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо тыуҙырыуы мәғлүм. Дәғүәләрҙең төп сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?
– Тармаҡтың иң “ауыртҡан” ере – белгестәр етешмәүендә. Шул арҡала табиптарға көсөргәнешле эшләргә, ауырыуҙарға оҙайлы сиратта торорға тура килә. Ваҡытында тейешле медицина ярҙамы ала алмау сәбәптәренә, кадрҙарға ҡытлыҡтан тыш, ҡорамалдар етешмәүен, дарыуҙарҙың ҡиммәтлеген, ҡайһы бер табиптарҙың түбән квалификациялы булыуын да индерергә мөмкин. Ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау – сәйәси, иҡтисади, социаль, хоҡуҡи, фәнни, медицина, санитария-гигиена сараларын эсенә алған ҡатмарлы ҙур тармаҡ. Уларҙың берҙәм бәйләнештә эшләүе өсөн бөтә биләмәләрҙең, яуаплы етәкселәрҙең кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә үҙ өлөшөн индереүе шарт. Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡып сыҡҡан белгестәрҙең тыуған яҡтарына ҡайтыуын тәьмин итеү, профессиональ йүнәлеште үҫтереү, медицина кластары асыу, табип һөнәренең абруйын күтәреү, лайыҡлы эш хаҡы түләү – барыһы ла бөгөн мөһим. Һуңғы осорҙа Рәсәйҙә һәм республикала табиптарҙың ғына түгел, медицина өлкәһенә ҡағылышлы һөнәр эйәләренең – водителдәрҙең, санитарҙарҙың абруйын күтәреү буйынса башҡарылған эштәр ҙә уңышлы булыр, тип иҫәпләйем.
– Һәр гүзәл заттың оҙаҡ йылдарға һөйөклө әсә, матур һәм бәхетле ҡатын-ҡыҙ булып ҡалғыһы килә. Матурлыҡ һәм гармонияның төп сығанағы, әлбиттә, – сәләмәтлек. Яҡшы кәйеф менән, нур һәм яҡтылыҡ өләшеп йәшәү, һаулыҡты һаҡлау өсөн ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Һәр ҡатын-ҡыҙҙың тәғәйенләнеше – әсә булыу, шуға күрә репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау бик мөһим. Ҡатын-ҡыҙға хас сирҙәрҙең иртә осорҙа һиҙҙермәүе билдәле, ә даими рәүештә табиптарға күренеү күп бәләнән арындырыр. Дөрөҫ туҡланыу шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген һәм кәйефен һиҙелерлек яҡшыртыуға, “бәхет гормондары” барлыҡҡа килеүгә булыша. Йоҡоһо туйған ҡатын-ҡыҙҙың ғына энергия кимәлен һәм күркәмлеген оҙаҡ йылдар һаҡлай алыуын онотмағыҙ. Тормоштан йәм табып, һау-сәләмәт йәшәгегеҙ килһә, үҙегеҙ хаҡында даими хәстәрлек күрегеҙ, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Динә АРЫҪЛАНОВА