

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбүбәкер ауылы быйыл республика "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша.
Конкурс сиктәрендә, сәләмәт тормошто һәм спортты пропагандалаған, айыҡ тормошҡа йәлеп иткән бик күп саралар үтә. Кисә ауыл халҡы араһында бик күңелле сара - быймалы хоккей турниры үтте, тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр.
"Әйткәндәй, быймаларҙың иң яҡшылары - беҙҙең ауылдаштарҙа. Сөнки райондағы берҙән-бер быйма етештереүсе оҫта - Ильяс Ҡәйепов беҙҙең ауылда йәшәй. Сәкәндәрҙе лә ауылыбыҙҙың оҫталары боронғоса ботаҡтарҙан үҙҙәре эшләп алғандар.
Шәп быймаларҙа елле сәкәндәр менән саф һауалағы уйын бик күңелле үтте. Берәүҙәр сәмләнеп ярышҡан арала, икенселәр ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәтеп, урамда эҫе, хуш еҫле сәй менән һыйланды.
Бөтә ярышсылар ҙа ни тиклем генә тырышһалар ҙа, йәшлек йәшлеген итте - "Шайморатов генерал" йәштәр командаһы беренсе урын алды. Ә "Салауат Юлаев" аҡһаҡалдар командаһы, аҙыраҡ ҡалышып икенсе, "Бөркөт" балалар командаһы өсөнсө урынға сыкты. Үҙенсәлекле ярышта ауылдың гүзәл заттары ла көс һынашты һәм "Йәшлек" һәм "Бүләк" ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында дуҫлыҡ еңде.
Бер нисә быуын вәкилдәрен берләштергән сара, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына иреште.
Дәртләнеп, кинәнеп аралашып таралды ауыл халҡы күңелле һәм файҙалы саранан, -тип хәбәр итә Әбүбәкер ауылы халҡы".
Фото: "Айыҡ ауыл-2022-Әбүбәкер" төркөмөнән.